Башҡортостанда бер аҙ кәмегәндән һуң эҫе йәнә ҡайтты. Дүшәмбе, 2 июлдә, республикала яуым-төшөм көтөлмәй.
«Ел көнсығыштан, еңелсә, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 13-18°, көндөҙ 28-34°. Ҡайһы бер юл участкалары иртәнсәк шыйыҡ томан менән ҡаплана, күреү мөмкинлеге 1-2 саҡрымдан насарая», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башгидрометүҙәк белгестәре.
Өфөлә июлдең тәүге аҙнаһы ҡояшлы һауа торошонан башлана. Иртәнсәк термометр бағанаһының күрһәткесе 22 градусҡаса күтәрелә, кискә һауа температураһы +31 була.