Новости
29 Июнь 2018, 07:00

Йәйге осорҙа йөрөү сикләнә

2018 йылдың 30 мартындағы 122 һанлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланыу автомобиль юлдары бөтөнлөгөн тәьмин итеү маҡсатында, 2018 йылдың 1 июненән 31 авгусына тиклем төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында асфальт-бетон япмалы юлдарҙан ауыр йөк ташыған транспорт хәрәкәте сикләнә.

Йәйге осорҙа хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү һауа температураһы көндөҙ 32 градустан юғары булған осраҡта индерелә (Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса). Ошо сикләү ғәмәлдә булған осорҙа киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем транспорт хәрәкәте рөхсәт ителә.

Билдәләп үтергә кәрәк, транспортҡа тейәлгән йөктөң күпме тартыуы, уның һәр күсәренә төшкән ауырлыҡ - бөтәһе лә рентген аппаратындағылай үлсәүгә инеү менән компьютерҙа күренә. Был әгәр температура 32 градустан юғарыраҡ булһа махсус рөхсәт алған транспорт сараларына төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарынан көндөҙгө ваҡытта йөрөү тыйыла тигәнде аңлата.

Был сара юлдарҙың ваҡытынан алда емерелеүенә юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итә, шулай итеп, дәүләттең планлаштырылмаған ремонттарға өҫтәмә сығымдары булмаясаҡ.
Читайте нас