Ҡабул ителгән законға ярашлы, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар өҫтәмә рәүештә балалар һәм үҫмерҙәр араһында законһыҙ күренештәрҙе, шулай уҡ балиғ булмағандарҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәреү осраҡтарын асыҡлау һәм бөтөрөү менән шөғөлләнергә тейеш.
- Балалар енәйәтсе булып тыумай. Әгәр улар менән ваҡытында дөрөҫ психологик эш алып барһаҡ, баланың фекеренә ҡолаҡ һалһаҡ, уның эске донъяһын аңлаһаҡ, социаль селтәрҙәге деструктив төркөмдәрҙең кире тәьҫиренән аралаһаҡ, бала бер ҡасан да ошондай аҙымға бармай, - тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. - Быйыл яҙ Стәрлетамаҡ мәктәптәренең береһендә булған фажиғә, башҡа төбәктәрҙәге уҡыусыларҙың законһыҙ ҡылыҡтары тураһында даими сигналдар ошо өлкәлә иҫкәртеү эшенең мөһим булыуын асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Үҫмерлек осоронда кешенең психикаһы тотороҡһоҙ, ул эске кризис кисерә, һәм эске кисерештәре суицидҡа әйләнмәһен өсөн өлкәндәрҙең психологик ярҙамы кәрәк. Әлеге закон ошондай ярҙамды ваҡытында күрһәтеү өсөн ҡабул ителде лә инде.