Башҡортостанда шаршамбы, 27 июндә, синоптиктар ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуын, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүен фаразлай. Елдең төньяҡтан уртаса тиҙлектә иҫеүе көтөлә, йәшендә көсәйеүсән.
Һауа температураһы көндөҙ 27-32° тәшкил итә. Эҫе көндәр дауам итә.
28 июндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен булыуы, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы ихтимал, тип хәбәр итә Башгидромет. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 15-20°, көндөҙ 24-29°.
Йома көндө боҙ-борсаҡ, йәшен булыуы мөмкин.
Һауа температураһы төндә 11-16°, көндөҙ 22-27°.