Новости
26 Июнь 2018, 06:53

Йәштәр көнөнә ҡарата!

29 июндә Стәрлебаш ауылында Йәштәр көнөнә арналған байрам саралары үтә. Байрам программаһы:

Мини-футбол буйынса ярыштар. Команда составы: һигеҙ уйынсы һәм бер вәкил. Уйын ваҡыты: ике тайм, һәр береһе 15 минут. Уйындар «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексы һәм 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең спорт майҙансыҡтарында үтә. Теркәү һәм йәрәбә һалыу - «Стәрле» спорт-һауыҡтырыу комплексының спорт майҙансығында була. 10.00 сәғәттән теркәлеү башлана. Ҡатнашыусылар йәше: 18 йәштән 35 йәшкә тиклем.

Волейбол буйынса ярыштар. Команда составы: һигеҙ уйынсы һәм бер вәкил. Уйындар 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең спорт майҙансығында үтә. 10.00 сәғәттән теркәлеү башлана. Ҡатнашыусылар йәше: 18 йәштән 35 йәшкә тиклем.

Коляскалар парады. Конкурста дүрт йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр (ата-әсәләр һәм уларҙың туғандары) ҡатнаша ала. Баланың коляскала булыуы мотлаҡ. Коляска «Иң нәзәкәтле һәм ылыҡтырғыс» (иң бәләкәй принцесса өсөн коляска), «Техно-коляска» (ниндәйҙер транспорт сараһы рәүешендәге коляска), «Спорт рекорды» (спортсылар һәм көйәрмәндәр өсөн), «Тирә-яҡ донъя» (үҫемлекселек һәм хайуандар донъяһы - бөтмәҫ илһам сығанағы), «Әкиәт-коляскаһы» (теләһә ниндәй әкиәт һәм йәнһүрәт образы), «Оригиналь жанрҙағы коляска» (иң ижади һәм ғәҙәти булмаған стилдә биҙәлгән), «Йөрөп тороу өсөн тачка йәки автопром көнсөллөгө», «Райондың иң йәш патриоты» кеүек номинацияларҙа биҙәлергә тейеш.

Теркәү район Мәҙәниәт йорто алдында сәғәт дүрттә була. Сара сәғәт биштә башлана.

Халыҡ уйындары. Сәғәт алтыла Еңеү паркында башлана.

«Холи байрамы» – буяуҙар фестивале, күбекле шоу. Сәғәт етелә Еңеү паркында башлана.

Байрам концерты һәм дискотека. Үткәреү урыны - Еңеү паркы. Башлана сәғәт киске туғыҙҙа.

Йәштәр эштәре комитеты.
Читайте нас