Бурысты түләр өсөн һалым инспекцияһына килеү мотлаҡ түгел. Бурыс булыу-булмау тураһында түбәндәге ысулдар: Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында урынлаштырылған «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» Интернет-сервисы; «Һалымдарҙы түлә» онлайн-сервисы;
www.gosuslugi.ru дәүләт хеҙмәттәре сайты ярҙамында; Күп функциялы үҙәктең ниндәй ҙә филиалына мөрәжәғәт итеп белергә мөмкин. Шулай уҡ бурыс булыуы тураһында иҫәп урыны буйынса һалым органында йәки 8(347) 226-38-00 ҡыҙыу линияһы телефоны аша белергә мөмкин. Ә бурысты граждандар түләү терминалдарында, банктарҙа һәм «Рәсәй Почтаһы» бүлексәләрендә түләй ала.