Новости
25 Июнь 2018, 07:11

Башҡортостанда был аҙнала эҫе була

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе был аҙнала ысын эҫе йәй көтә.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе был аҙнала ысын эҫе йәй көтә.


Төбәктә барометр күрһәткестәре күтәрелә, яуым-төшөм ихтималлылығы кәмей, болоттар һирәгәйә, ә температура режимы климат йүнәлешенә ҡайта.


Дүшәмбе, 25 июндә һауа температураһы 30 градусҡаса күтәрелә, алдағы көндәрҙә һауа тағы ла нығыраҡ йылына. Төндә лә йылы – 13-18 градус. Республика буйынса урыны менән бер аҙ ямғыр яуа.

"Башинформ".
Читайте нас