Түләүһеҙ курстар була
«БР Стратегия тикшереүҙәр институты» дәүләт автоном ғилми учреждениеһы үҙ эшен асҡан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырырға теләүсе эш башлаусы кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына, уҡыу йорттарында сығарылыш курстары студенттары, эшһеҙ граждандар, 2016-2017 йылдарҙа бизнестың башланғыс стадияһында субсидия төрөндә финанс ярҙам алған эшҡыуарҙарға түләүһеҙ ҡыҫҡа сроклы курстар үткәреүе тураһында хәбәр итә.Курстарҙың маҡсаты - эш башлаусы эшҡыуарҙарға бизнес алып барырға ярҙам итәсәк башланғыс белем биреү.Занятиелар 25 июндән 7 июлгә тиклем Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15 адресы буйынса 102-се аудиторияла үтәсәк. 17.00 сәғәттә башлана. Курстарға kmarks5015@gmail.com электрон почтаһына хәбәр ебәреп тә яҙылырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт 2-20-09 телефоны аша.Район хакимиәтенең АПК, эшҡыуарлыҡ һәм ҡулланыусылар баҙары бүлеге.