Конференцияны асыу тантанаһы һәм пленар ултырыш 5 июлдә Өфөлә була. 6 июлдә Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында тантаналы саралар уҙғарыла. 7 июлдә Учалы ҡалаһында тантаналар ойоштороу, Зәйнулла Рәсүлевтың тыуған төйәгенә һәм изге Әүештауға барыу күҙаллана.
Ойоштороусылар — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы дин эштәре буйынса совет, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Халыҡ-ара ислам бизнесы ассоциацияһы.