Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оҙаҡламай китап һатыу күргәҙмәләрен Силәбе һәм Һамар өлкәләрендә ойошторорға ниәтләнәләр. Китаптарҙы милли һабантуйҙарҙа һаталар.
23 июндә китаптарҙы – Һамар өлкәһенең Чернигов районы Украинка ауылы янында, 7 июлдә Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында алырға мөмкин.
Июндә күсмә һатыуҙар республиканың Бөрйән, Ишембай һәм Күгәрсен райондарында ойошторолдо.
«Китаптар араһында нәфис әҙәбиәт, әкиәттәр, мосолман, мәктәп календарҙары, йыр йыйынтыҡтары айырыусы һорау менән ҡуллана», — тип билдәләнеләр нәшриәт йортонда.