Новости
19 Июнь 2018, 07:31

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында закон ғәмәлдә

Район прокуратураһы тарафынан республика прокуратураһы ҡушыуы буйынса ағымдағы йылдың апрелендә һәм майында Стәрлебаш районы территорияһында юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә закон талаптарын үтәү тикшерелде.

Уның һөҙөмтәһе буйынса производство ҡалдыҡтары менән эшләү эшмәкәрлегенә бәйле тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә закон талаптарын боҙоу осраҡтары асыҡланды. Ошоға ярашлы, 20нән ашыу юридик шәхес һәм шәхси эшҡыуар РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 8.2, 8.5, 8.41 статьяларында ҡаралған штраф төрөндә административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Район прокуратураһы 2-ТП һәм МСП формаһында отчеттарҙы ваҡытында әҙерләп, тапшырырға, шулай уҡ юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың тирә-яҡ мөхиткә насар йоғонто яһағандары өсөн ваҡытында түләргә кәрәклеге тураһында хәтерегеҙгә төшөрә.

Максим ВАЛИКОВ, район прокуроры.


Читайте нас