Новости
19 Июнь 2018, 07:38

Төбәктә 26 градусҡаса йылыта

Башҡортостанда һауа торошо әкренләп яҡшыра. Шаршамбы, 20 июндә, Башгидрометүҙәк метеорологтары көндөҙгө һауа температураһы +26 градусҡаса күтәрелеүен көтә. Төнгө температура +18,+13 градус тәшкил итә. Ысынында, республика халҡының ниһайәт килгән йәйге йылы шатлығын ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр боҙоуо ихтимал. Көндөҙ синоптиктар көнбайыш буйынса уртаса яуым-төшөм фаразлай, шулай уҡ йәшен булыуы мөмкин. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, көндөҙ көсәйеүсән.

Читайте нас