Был турнирҙа беҙҙең район батырҙары һәйбәт сығыш яһаны. Мәҫәлән, Илдар Моратов 100 килограмға тиклем, Альфред Ҡолһарин 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияларында көмөш миҙалдар яуланы. Айнур Кинйәбаев дүртенсе урынға лайыҡ булды. Спортсыларға грамоталар, кубоктар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Афарин!