Малсылыҡ өсөн мал аҙығы запасының роле бик мөһим – беҙҙең тәбиғәт шарттарында малдар йылына биш ай самаһы көтөүҙә йөрөй ала, ҡалған ваҡытта уларҙы аҙбарҙа аҫрарға тура килә, тип аңлатты белгестәр. Бесән һәм һутлы мал аҙығы – рациондың мотлаҡ өлөшө. Үләндәр татлы булырға тейеш – ул туранан-тура һөттөң сифатына һәм хайуандың артымына тәьҫир итә.