Новости
8 Июнь 2018, 06:52

Наркотик һатыусылар яҡлау тапманы

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Хөкөм ителеүселәрҙең дүрт үтенесе тикшерелде, уларҙың береһе лә яҡлау тапманы. Барлыҡ үтенестәр ҙә хөкөм ителеүселәр тарафынан наркотиктар һатҡан өсөн тапшырылған.

- Наркотиктар - ошоға бәйле кешенең туғандары һәм яҡындары өсөн һәр ваҡыт оло фажиғә. Һәм бының менән аҡса эшләгән кешеләр үҙҙәренә ҡарата кире ҡараш тыуҙыра. Комиссия ағзаларының наркотик һатыусыларҙы яҡлаған бер осраҡты ла хәтерләмәйем, - тине Константин Толкачев. - Был юлы ла хөкөм ителеүселәргә ҡарата ғәйепте еңеләйтерлек хәл-шарттар йәки ғәҙелһеҙлек күрмәнек. Киреһенсә, улар араһында Эске эштәр министрлығы пенсионеры булыуы ғәжәпләндерҙе. Ул төркөм ойоштороп, ике район территорияһында наркотик һатыу ойошторған. Икенсе хөкөм ителеүсе Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән, наградалары бар, тай боксы буйынса чемпион булған... Әммә барлыҡ һәләтен ҡатмарлы схема буйынса эш итеүсе, шул иҫәптән, Интернет-магазин аша биткоинға һатыу маҡсатында синтетик наркотиктар һатып алыу, уны фасовкалау менән шөғөлләнеүсе енәйәт төркөм ойоштороуға йүнәлткән.
Читайте нас