Федераль ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, сит илгә оҙатҡанға тиклем ведомство белгестәре аҙыҡ-түлекте Таможня союзы һәм Европа союзының Техник регламенттары талаптарына ярашлылыҡҡа тулы лаборатор тикшереү үткәрҙе. Балға 5g формаһында халыҡ-ара ветеринар сертификаты һәм өс телдә сәләмәтлек сертификаттары тапшырылған.