Быйыл "Берҙәм Рәсәй" тәүге тапҡыр Интернет аша тауыш биреү мөмкинлеге бирә. Бының өсөн алдан үҙеңдең шәхесеңде раҫлап сайтта теркәлергә һәм кандидатты һайларға кәрәк. Онлайн ысулы менән Башҡортостанда 14 892 кеше тауыш бирҙе. Был һөҙөмтәләр иҫәп участкалары пртоколдары мәғлүмәттәре менән ҡушыла. Рейтинглы тауыш биреү еңеүселәре иҫәп һөҙөмтәләренән һуң ғына билдәләнәсәк.
Район үҙәгенән ирле ҡатынлы Хәлим һәм Миңнур Латиповтар, Рима һәм Флорид Кәримовтар (һүрәттә) үҙ тауыштарын һайлау участкаһына килеп биреүҙе хуп күргәндәр.
- Бер һайлауҙы ла ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Сөнки киләсәгебеҙ беҙҙең тауышҡа ла бәйле, - тиҙәр улар. Һәр һайлаусыға партия ирекмәндәре "Берҙәм Рәсәй" логотибы менән бәләкәй генә бүләктәр - брелоктар, браслеттар һәм магниттар таратты. Ҡарағош һайлау участкаһында район хакимиәте башлығы Фәнүр Зөфәр улы ла тауыш бирҙе. Тыуған ауылындағы һайлауға ул ҡатыны Сәриә менән килгәйне.