Стоматология кабинеты асыласаҡ
Билдәле булыуынса, тап мәктәп осоронда, һөт тештәре алмашынғанда, стоматологҡа даими күренеп торорға кәрәк.Һыҙлаған теште дауалау йәки алдырыу өсөн поликлиникаға барырға, ә иң тәүҙә ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәк. Сиратты бер нисә сәғәт һәм хатта көндәр буйына көтөргә тура килә. Баланы табипҡа күрһәтеү өсөн ата-әсәләр ҙә йыш ҡына эшенән китә алмай. Район үҙәгенең 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусылары өсөн был хәҙер проблема булмаясаҡ. Яңы уҡыу йылында улар мәктәптең үҙендә планлы тикшеренеү үтеп, ауырыу тештәрен дауалай аласаҡ. Бында сентябрь айынан стоматология кабинеты эшләй башлаясаҡ. Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, «Витадент» Халыҡ-ара медицина концерны генераль директоры Радмир Хәсәнов мәктәпкә стоматология ҡоролмаһы бүләк итте. Мәктәп дирекцияһы Радмир Әнүәр улына күрһәткән ярҙамы, шулай уҡ ҡоролманы килтергәне өсөн Руслан Сәлишевҡа ҙур рәхмәт белдерә. Лиана ЙӘРМИЕВА.