Ошо порталдың хеҙмәттәренән тулыһынса файҙалананыу өсөн, дәүләт хеҙмәттәре сайтында ябай теркәлеү процедураһын үтергә кәрәк. Был күп ваҡыт талап итмәй.
Бының өсөн паспорт, СНИЛС һәм кеҫә телефоны кәрәк. Теркәлеү нескәлектәренең ентекле ҡулланмаһы http:// sterlibashevskierodniki.rbsmi.ru/ гәзит сайтында урынлаштырылған.
Дәүләт хеҙмәттәре порталынан файҙаланғанда күрһәтелгән хеҙмәттәр теҙмәһе:
- РФ граждандарын йәшәү урыны буйынса теркәү;
- РФ граждандарын йәшәү урыны буйынса теркәү иҫәбенән төшөрөү;
- Рәсәй Федерацияһы гражданының эске паспортын рәсмиләштереү (20 һәм 45 йәш тулғас паспорт алмаштырыу, порталда ошо йәшкә тиклем теркәлеү зарур);
- РФ гражданының сит ил паспортын рәсмиләштереү;
- РФ яңы төрҙәге сит ил паспортын рәсмиләштереү;
- Рәсәй Федерацияһына инеүгә саҡырыу рәсмиләштереү;
- физик шәхестәргә адрес-белешмә мәғлүмәте биреү.
Бынан тыш, дәүләт хеҙмәттәре аша электрон төрҙә граждандарҙы ирекле дактилоскопик теркәү процедураһы буйынса дәүләт хеҙмәттәре алыу тураһында ғариза тапшырырға мөмкин.
Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлегеҙ, өҫтәүенә, портал күрһәткән дәүләт хеҙмәттәре мөмкинлектәре көндән-көн киңәйә бара.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса миграция мәсьәләләре буйынса бүлек начальнигы.