Новости
31 Май 2018, 06:39

Владимир Путин менән "Тура бәйләнеш" 7 июндә була

Халыҡ Владимир Путиндың бензинға хаҡ артыуы, пенсия йәше буйынса яуаптарын ишетергә теләй.

Халыҡ Владимир Путиндың бензинға хаҡ артыуы, пенсия йәше буйынса яуаптарын ишетергә теләй.

Һорауҙарҙы ҡабул итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ошоға бәйле. Шулай уҡ юлдар торошона зарланыусылар күп теркәлгән. Быйыл Владимир Путин менән "Тура бәйләнеш" 7 июндә була. Президент халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк. Әлегә 200 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 8-800-200-40-40 һандарына бушлай шылтыратып һорау ҡалдырырға мөмкин.

"Юлдаш".
Читайте нас