Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы эксперттары тәмәке тартыуҙың сәләмәтлеккә йоғонтоһо, шулай уҡ тәмәкегә ҡаршы закондар үтәлешенә бәйле һорауҙарға яуап бирә. Иртәгә һәм 31 майҙа 8-800-700-90-30 һандарына шылтыратырға була. Әйткәндәй, майҙың һуңғы көнө бөтә донъяла тәмәкеһеҙ бер көн тип иғлан ителгән. "Юлдаш".