Стадион артыҡ ҙур түгел – 17-18 мең кеше һыйҙырышлы, әммә уңайы һәм заманса буласаҡ. Санкт-Петербург иҡтисади саммиты барышында Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Республика футбол стадионы төҙөү өсөн 3-4 миллиард һум бүлә ала, тип белдергәйне. Быйыл Өфө командаһы Евролигаға сыҡты – Башҡортостан баш ҡалаһы Европа командаларын ҡабул итә башлай. "Юлдаш".