Новости
30 Май 2018, 07:00

Өфөлә йәнә бензин ҡиммәтләнде: +70 тин

Төнгө сәғәт 12-нән һуң 30 майҙа Өфөлә йәнә бензин ҡиммәтләнде. Хаҡтар «Башнефть» компанияһының яғыулыҡ ҡойоу станцияларында артҡан. Хаҡтар теҙмәһенә күҙ һалғанда, яғыулыҡтың 60 тингә, ә АИ-95 маркалы бензиндың 70 тингә күтәрелеүе теркәлгән.

Шул рәүешле, хаҡ артыуын иҫәпкә алғанда Өфө водителдәренә бөгөн АИ-92 маркалы бензин өсөн – 40 һум 30 тин, АИ-92 Atum өсөн — 40 һум 90 тин, АИ-95 өсөн – 43 һум 30 тин һәм дизель яғыулығына 43 һум 50 тин түләргә тура киләсәк.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был һуңғы айҙа баш ҡалала алтынсыға бензинға хаҡтың артыуы.
"Башинформ".
Читайте нас