Новости
30 Май 2018, 12:07

Башҡортостандың Салауат районында фура ауған, 1,3 тонна нефть түгелгән

Башҡортостанда 30 майҙа иртәнге сәғәт 11-се 20 минутта Кропачево – Мәсәғүт – Әчит юлында 25 тонна нефть тейәгән MAN ҙур йөк машинаһы ауған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 1,3 тоннаһы ергә түгелгән. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Экология министрлығы белгестәре ебәрелгән. Улар тирә-яҡ мөхиткә килтерелгән зыянды баһалай.


Асыҡланыуынса, 27 йәшлек водитель текә боролошта идара итеү һәләтен юғалтҡан. Юл фажиғәһендә үҙе зыян күрмәгән.


Нефть түгелгән 200 квадрат метр майҙанды һөрөнтө ер менән уратып алғандар. Бында тупраҡты утилләштереү һәм ерҙе рекультивациялау ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Экология министрлығынан.

"Башинформ".
Читайте нас