Уны Республика кинематографсылар берлеге иғлан итте. Улар әҙерләгән проект Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды. Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин эҙҙәре буйлап Рәсәй һәм Эстония ҡалаларына сәфәр ойошторола. Маршрутта Минзәлә, Ҡаҙан, Чебоксар, Түбәнге Новгород, Мәскәү, Тверь ҡалалары, шулай уҡ Эстонияның Тарту һәм Палдиски ҡалалары күрһәтелгән. Һәр туҡталышта Башҡортостан, Салауат Юлаев тураһында кинофильмдар күрһәтелә, тарихсылар сығыш яһай, күргәҙмәләр үткәрелә. 16 июндә милли батырыбыҙҙың тыуған көнөндә Палдискила хәтер кисәһе ойошторола. "Юлдаш".