Новости
30 Май 2018, 12:12

31 майҙа Өфөлә «ҡатын-ҡыҙҙар» вакансиялары йәрминкәһе уҙғарыла

Башҡортостандың баш ҡалаһында 31 майҙа бәләкәй балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла.

Тәҡдим ителгән һөнәрҙәр араһында — администратор, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, кесе тәрбиәсе, официант, ашнаҡсы, һатыусы, биналарҙы йыйыштырыусы һәм башҡалар.


Йәрминкәгә ки­леүселәргә мәш­ғүл­лек өлкәһендәге дәүләт хеҙ­мәттәре лә күр­һәтелә. Хеҙмәт баҙа­рындағы хәл тура­һында мәғлү­мәт, психолог кәңәше, һөнәри йүнәлеш буйынса консультация алырға мөмкин.


Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай, тип билдәләнеләр Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.


Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

"Башинформ".
Читайте нас