Новости
29 Май 2018, 08:13

Өфөлә Балаларҙы яҡлау көнөндә ҡайҙа барырға?

1 июндә бөтөн донъя Балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй. Был көндө Башҡортостандың баш ҡалаһыда «Өфө – балалыҡ биләмәһе» девизы аҫтында төрлө саралар үтә.

«Башинформ» агентлығы 1 июндә Өфөлә бала менән барырға мөмкин булған майҙансыҡтар йыйылмаһын баҫып сығара.


ИНТЕРАКТИВ МАЙҘАНСЫҠ


Иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 6-ға тиклем Салауат Юлаев исемендәге майҙанда балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡала мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт учреждениеларының һәм башҡа ойошмаларҙың ҡаҙаныштар һәм ижад күргәҙмәһен тәҡдим итәләр.


— әүәләү, оригами, роботехника буйынса оҫталыҡ дәрестәре;


— йәнһүрәт геройҙары менән уйындар;


— фотозона;


— төрлө һөнәрҙәрҙең импровизация бүлмәләре;


— концерт программаһы.


ӨФӨ РАЙОНДАРЫНДА БАЙРАМ ПРОГРАММАЛАРЫ
Дим районы: мәҙәниәт һәм ял паркында «Һаумы йәй – балалыҡ байрамы» байрам программаһы уҙа.
Калинин районы: байрам программаһы «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторола.
Киров районы: байрам саралары Ленин исемендәге паркта үтә.
Ленин районы: «Йәдкәр» мәҙәниәт йортонда, «Тулҡын» паркында, Мостай Кәрим скверында байрам ойошторола.
Октябрь районы: байрам «Ҡашҡаҙан» паркында, Нуғай ҡасабаһы мәҙәниәт йортонда һәм «Тылсымлы донъя» паркында ойошторола.
Орджоникидзе районы: байрам программаһы Нефтехимиктар паркында була.
Совет районы: байрам саралары Яҡутов исемендәге паркта ойошторола.
Читайте нас