Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
29 Май 2018, 06:27
Башҡортостанда өҫтәмә һайлауҙа 70 мандатҡа 233 кандидат дәғүә итә
Башҡортостанда төрлө кимәлле урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын өҫтәмә һайлау кампанияһы бара. Тауыш биреү көнө 17 июнгә билдәләнгән. Унда 70 депутат мандаты алмаштырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан.
Бөтәһе 233 кандидат тәҡдим ителгән. Күрһәтеү этабы тамамланған. 229 кеше теркәү үткән дә инде. Ҡалған кандидаттар тейешле тикшереүҙәр уҙа.
Өҫтәмә һайлауҙа 23 муниципаль районда 68 округ буйынса 61 һайлау кампанияһы бара.
Әлеге кампанияла сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре әүҙем ҡатнаша. «Берҙәм Рәсәй» — 70, ЛДПР — 61, КПРФ – 8, «Ғәҙел Рәсәй» — 32, «Рәсәй патриоттары» — 23, «Бөйөк Ватан» – 2, Үҫеш партияһы 1 кандидат күрһәткән. 36 кеше үҙен-үҙе тәҡдим иткән.
"Башинформ".
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"