Новости
25 Май 2018, 06:03

Төбәктә ял көндәрендә ҡырау төшөүе көтөлә

Яҙҙың һуңғы ял көндәрендә Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо була. Башгидрометүҙәк синоптиктарының мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһендә ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа уртаса.

«26 майҙа ел төньяҡтан иҫә, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2,+7 градус, ҡайһы бер райондарҙа ҡырау төшә, һауала һәм тупраҡ өҫтәндә 0,-3. Көндөҙ 11-16 градус», — тип хәбәр итә метеорологтар.


Йәкшәмбе, 27 майҙа, төндә яуым-төшөмһөҙ. Ә көндөҙ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Термометр бағанаһы +1, +6 градус билдәһенә төшә, көндөҙ 22 градусҡаса йылыта.


Баш ҡалала тәүге ял көнө ямғырлы, йәкшәмбе – яуым-төшөмһөҙ. Һауа +18 градусҡа хәтлем йылына.

"Башинформ".
Читайте нас