Сит телдәр буйынса беренсе төп дәүләт имтиханы ике көн була: 25 майҙа – яҙма, 26 май – телдән. 2000-дән ашыу кеше инлгиз телен тапшырырға теләк белдергән, немец телен – 37, француз телен – бер уҡыусы.
29 майҙа рус теленән мотлаҡ имтиханды 38,5 мең кеше яҙа.
Туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн ике төр йомғаҡлау аттестацияһы бар: төп дәүләт имтиханы – уны туғыҙынсы кластарҙың күбеһе тапшыра, ул үҙенең процедураһы һәм нормалары буйынса БДИ-ны хәтерләтә. Дәүләт сығарылыш имтиханын, ҡағиҙә булараҡ, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, махсус уҡыу йортонда һәм сикләү урындарында ултырған уҡыусылар яҙа.
Туғыҙынсы класты тамамлаусылар дүрт фән буйынса һынау тота: рус теле һәм математика – ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ имтихандар; биология, география, тарих, информатика, сит теле, физика, химия, йәмғиәтте өйрәнеү һәм әҙәбиәт – был исемлектән уҡыусылар икәүһен һайлай. Бөтә тапшырылған имтихандарҙың һөҙөмтәләре аттестатҡа йоғонто яһай.
Туғыҙынсы класта уҡыусылар араһында өҫтәмә һынауҙарҙан йәмғиәтте өйрәнеү, физика һәм информатика иң популяр булып тора.