Новости
23 Май 2018, 06:05

Баш ҡалала «1000 велосипедсы көнө»ндә Гиннес рекордын ҡуялар

Йәкшәмбе, 27 майҙа, Өфө буйлап ғәҙәттәгесә ике тәгәрмәсле транспортты үҙ итеүселәр колоннаһы үтә. «1000 велосипедсы көнө» фестивален ойоштороусылар баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн программа әҙерләгән.

Был көндө велосипедта йөрөүҙән тыш фестивалдә ҡатнашыусыларҙы перфоманс көтә: Өфө «тере велосипед» төҙөп, Гиннес рекордын ҡуйырға ниәтләй.


«1000 велосипедсы көнө»нөң ҡыҫҡаса программаһы:


8.00-10.00 — Ҡала советы туҡталышында йыйылыу, теркәлеү.


10.00-10.30 — старт.


11.30-12.30 — амфитеатрға килеп етеү («Ватан» паркы).


11.30-15.00 — фестиваль программаһы.


Велосипедсыларҙы шулай уҡ конкурстар, концерт, балалар майҙансыҡтары, «Оҫталар ҡалаһы», бейеү майҙансығы һәм башҡалар көтә.
"Башинформ".
Читайте нас