Новости
21 Мая 2018, 11:32

Йылы ҡайта: Башҡортостанда был аҙнала +28 градусҡаса йылыта

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә үк яуым-төшөм туҡтай, төбәктә +28 градусҡаса йылыта, тип фаразлай синоптиктар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 21 майҙа, республика буйлап урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, төньяҡ райондарҙа йәшен йәшнәүе һәм боҙ яуыуы ихтимал. Көндөҙ Башҡортостандың көньяғы буйынса +27 градусҡаса йылына. Ҡалған биләмәләрҙә йылы була, тотош республика буйынса метеорологтар +17, +22 градус фаразлай.


Шишәмбе, 22 майҙа, төндә генә ямғыр яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ һауа температураһы 20-25 градусҡаса йылына. Төндә 5-10 градус йылы.


Шаршамбы, 23 майҙа, төбәктә йәйгесә һауа торошо урынлаша. Көндөҙ термометр бағанаһы 23-28 градус билдәһенә тиклем күтәрелеүе көтөлә. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Читайте нас