Новости
18 Май 2018, 06:08

Константин Толкачев көн элгәре тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙы теркәү тамамланыуға бәйле матбуғат конференцияһын үткәрҙе

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев праймеризда ҡатнашыусыларҙы теркәү тамамланыуға арналған матбуғат конференцияһын үткәрҙе.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев праймеризда ҡатнашыусыларҙы теркәү тамамланыуға арналған матбуғат конференцияһын үткәрҙе.
Сентябрҙә республика парламентына һайлауҙар үтәсәк. Республикала йәшәүселәр 110 депутат һайлаясаҡ. Уларҙың яртыһы бер мандатлы һайлау округтары буйынса, ҡалған 55-е – берҙәм һайлау округы буйынса һайланасаҡ.
«БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» партияһы үҙҙәренең кандидаттарын билдәләү өсөн праймериз үткәрә. 15 майҙа көн элгәре тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙы теркәү тамамланды. Һөҙөмтәлә, 663 кеше теркәү үтте.
– Кандидаттарҙың өстән күберәге – 243 кеше – 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр, Партия ағзалары – 401 кеше, Партия яҡлылар – 111 кеше, партияһыҙҙар – 151 кеше, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Ир-егеттәр әүҙемерәк – 495 ҡатнашыусы, ә ҡатын-ҡыҙҙар – 168. Ғәмәлдәге депутаттар 179 кеше, уларҙың 56-һы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, 123-ө – урындағы үҙидара депутаттары. Регламентҡа ярашлы һәр бер ҡатнашыусыға дебаттар үтергә кәрәк.
Парламент Рәйесе шулай уҡ быйылғы йылда электрон рәүештә көн элгәре тауыш биреү тормошҡа ашырылыуын билдәләне. Тауыш биреүселәрҙе теркәү өсөн epg.er.ru адресы буйынса махсус сайт булдырылған.
Берҙәм тауыш биреү көнө – 3 июнь. Унда актив һайлау хоҡуғына эйә булыусы һәр бер граждан ҡатнаша ала. Тауыш биреү теркәү урыны буйынса ғына үткәрелә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының

(Рәсми мәғлүмәт порталы).
Читайте нас