Өфөлә эш аҙнаһының аҙағы йылы булырға вәғәҙәләй, тип һөйләй синоптиктар. Башгидромет 17 майҙа республиканың айырым райондарында фаразлаған төнгө ҡырауҙарҙан һуң иртәгә көндөҙ термометр бағанаһы +19..+24 билдәһенә тиклем күтәрелә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.
Йома көндө лә яуым-төшөм булыуы мөмкин. 18 майҙа төндә республика буйынса +6..+11, көндөҙ +16..+21 була, Өфөлә лә шундай уҡ һауа торошо көтөлә.
Шәмбе, 19 майҙа, баш ҡалала бер аҙ болотло һауа торошо һаҡлана, әммә был көндө ямғыр яумай. Һауа температураһы +22 градусҡаса йылына.
20 майҙа тағы ла йылыраҡ була – 26 градусҡа тиклем. Төндә +10..+12., әммә йәкшәмбе көндө Рәсәй гидрометеорология үҙәге ҡояш вәғәҙә итмәй – болотло була, ваҡыты менән ямғыр яуа. "Башинформ".