Төнгө ҡырауҙарҙан һуң республиканың айырым райондарында һауа температураһы +17..+23 градусҡаса йылына. Яуым-төшөм көтөлмәй.
Шишәмбе, 15 майҙа, һауа температураһы төндә +2..+7.., көндөҙ +18..+23 градус тәшкил итә. Бер аҙ болотло булыуы мөмкин, яуым-төшөмһөҙ.
Шаршамбы республика буйлап урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Төндә термометр бағанаһы +2..+7 билдәһенә тиклем төшә, көндөҙ +15..+20 градус була.