Новости
13 Май 2018, 13:26

Ял көндәрендә Башҡортостанда төнгө ҡырауҙар һәм 20 градусҡаса йылы булыуы көтөлә

Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе үҙгәреүсән һауа торошо көтә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, шәмбе, 12 майҙа, көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус, урыны менән һауала һәм тупраҡта 0, -2. Көндөҙ 15-20 градус.

Йәкшәмбе, 13 майҙа, һауа торошо үҙгәрмәй. Республиканың баш ҡалаһында көндөң ҡояшлы булыуы көтөлә: көндөҙ +16, +18, төндә +3 градус. Ямғыр яуыуы фаразланмай. "Башинформ".
Читайте нас