Новости
13 Май 2018, 13:28

Республикала шифаханаларға һәм ял йорттарына юлламалар арзанайған

Башҡортостан шифаханаларында ял итеү һәм дауаланыу осһоҙланған, тип хәбәр итә республика статистиктары.

Апрель аҙағына Башҡортостан шифаханаларына юлламалар — 4%, ә ял йорттарына 7% арзанайған.
Уның ҡарауы, еврозонаға экскурсия сәйәхәттәре республика халҡы өсөн 6-6,2% ҡиммәтләнгән. Испанияла ял итеү хаҡы 2,7% артҡан.
Киреһенсә, был ваҡытта Таиландта ял итеү 1,9% осһоҙға төшә. Самолеттың эконом-класында осоу хаҡы яҡынса шунсаға кәмегән.
Статистиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, көнкүреш хеҙмәттәренең айырым төрҙәре — 0,3-1,9%, медицина хеҙмәттәре иһә 0,4-2,5% ҡиммәтләнгән.
Башҡортостан ҡунаҡханаларында уртаса йәшәү хаҡы — 1,5%, бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алыу 1% артҡан, тип йомғаҡ яһанылар Башстатта. "Башинформ".
Читайте нас