Новости
10 Мая 2018, 11:32

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ит малсылығын үҫтереү буйынса программа әҙерләй

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы йыл аҙағына тиклем оҙаҡ сроклы ит малсылығы программаһын әҙерләргә һәм ҡабул итергә ниәтләй.

Төбәктең климат мөмкинлектәре 300 мең баш ит малын үрсетергә мөмкинлек бирә, тип иҫәпләй белгестәр. Хәҙер ит һәм ҡатнаш тоҡом малы көтөүе 78 мең баш тәшкил итә (2017 йылдағы кеүек). Уның уртаса тәүлек артымы – 830 грамм (уртаса эре мөгөҙлө мал башы буйынса ике тапҡырға күберәк). «Бөтә ауыл хужалығы етештереү тармаҡтары араһында нәҡ ит малсылығы 200-ҙән аҙыраҡ кеше йәшәгән бәләкәй ауылдарҙа эш урындары булдырыуға һәм ул биләмәләрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә ала», — тип иҫәпләй Бөтә Рәсәй Ғилми тикшеренеү институтының ит малсылығы директоры Сергей Мирошников.

"Башинформ".
Читайте нас