Новости
10 Май 2018, 05:52

Республикала «Ҙур ата-әсәләр йыйылышы» уҙғарыла

14 майҙа Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 2-се дөйөм белем биреү мәктәбендә «Ҙур ата-әсәләр йыйылышы» уҙғарыла.

Сараны Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил аппараты ойоштора. Форумда аппарат хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенттары, уҡыусыларҙың ата-әсәләре, райондағы белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнаша.


Уҡыусылар өсөн Хоҡуҡ дәресе ойошторола. Сарала ҡатнашыусыларҙы «Ғаилә» көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге бүлексәһенең эше менән таныштырыу, «Атайҙар һәм балалар» матбуғат конференцияһын һәм «Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү — өлкәндәрҙең төп бурысы» ата-әсәләр йыйылышын үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы һәм Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте араһында квалификацияны күтәреү мәсьәләләрендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

"Башинформ".
Читайте нас