Тейешле фәтүәгә Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин ҡул ҡуйған.
Фәтүәгә ярашлы, быйыл Рамаҙандың тәүге көнө 16 майға тура килә. Ураҙа байрамы 15 июндә билдәләнә.
Йәшәү кимәле түбән мосолмандар өсөн фытыр саҙаҡаһы — 50 һум, урта хәллеләр өсөн — 150 һум, хәллеләр өсөн 300 һум тәшкил итә.
Ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн фидиә саҙаҡаһы 180 һумға тиң, был сумма төбәктәге төп аҙыҡ-түлек хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Ошо аҡса өлкән кешене бер көн туҡландырыуға етергә тейеш. Ураҙа тота алмаған осраҡта диндар айына 5400 һум бирә.
Республикала нисәб 224 000 һум күләмендә билдәләнгән. Унан зәҡәт 5600 һум (2,5%) килеп сыға. Әгәр диндарҙың ундай аҡсаһы булмаһа, ул зәҡәт түләмәй.