Новости
8 Май 2018, 07:22

Төбәктә сәсеү кампанияһы дауам итә

Ял көндәрендә, ямғырға ҡарамаҫтан, Башҡортостан аграрийҙары тағы 57 мең гектарға яҙғы культуралар сәсте.

Һөҙөмтәлә хәҙер сәселгән баҫыуҙар майҙаны 96 мең гектарҙан артып китте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
Бөгөнгә, иң күберәге арпа һәм яҙғы бойҙай сәселгән – 26 һәм 23 мең гектар. Шулай уҡ һоло, көнбағыш, борсаҡ һәм шәкәр сөгөлдөрө сәселә.
Республиканың 54 районынан 35-е аҙна башына яҙғы культураларҙы сәсеү менән шөғөлләнә. Иң әүҙемдәре – элеккесә Урал алды далаһы райондары, уларға сәселгән 70 мең гектар тура килә. Төньяҡ урман далаһы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарының күбеһендә сәсеү эштәре әлегә башланмаған. "Башинформ".
Читайте нас