Новости
7 Май 2018, 07:24

Төбәктә ғаиләлеләр эштән бер сәғәткә алдан китә ала

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, республиканың Профсоюздар федерацияһы һәм Эш биреүселәр союзы эш биреүселәргә 15 майҙа – Халыҡ-ара ғаилә көнөндә эш көнөн ҡыҫҡартыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

Ғаилә бурыстары булған кешеләргә эштән бер сәғәткә алдан китеү хоҡуғын бирергә тәҡдим итәләр.


Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был ҡарар республикала Ғаилә йылын уҙғарыу буйынса саралар планын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ҡабул ителгән. Был сара ғаиләгә ярҙам итеүгә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.

"Башинформ".
Читайте нас