Новости
4 Май 2018, 06:34

Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр

- Кухняла мөмкин тиклем күберәк ро­зетка ҡуйырға тырышығыҙ. Улар техника торасаҡ һәр ерҙә булырға тейеш. Тройник ҡулланмаҫ өсөн, ике яҡлы розетка һатып алығыҙ.

- Иҫке канализация торбаларын плас­тик торбаларға алмаштырғанда уларҙы нимә менәндер тышларға онотмағыҙ. Сөнки өҫтәге күршеләрегеҙ унитаз менән файҙаланғанда тауыш ныҡ ишетелеп торасаҡ.


- Ҡараңғы төҫтәге иҙән, паркет ма­тур, әлбиттә, әммә ҡояшлы көндә ундағы саң асыҡ күренәсәк.


- Капиталь ремонт эшләгәндә материалдарҙы экономияламағыҙ. Обой, буяу, клей ҙа яҡшы сифатлы булһын.


- Көҙгө туҙан йыймаһын тиһәгеҙ, крах­мал иретмәһендә сыланған сепрәк менән һөртөгөҙ ҙә, таҙа ҡағыҙ менән ялтыратҡансы ышҡығыҙ.


- Скотчтан ҡалған таптарҙы бөтөрөргә теләһәгеҙ, был урынды тәүҙә фен менән йылытығыҙ һәм үҫемлек майы йәки уайт-спирит менән һөртөп алығыҙ. "Йәшлек".
Читайте нас