Новости
4 Май 2018, 06:21

Өфө янында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфө янындағы биләмәләрҙә медицина ярҙамын үҫтерә.

Тиҙҙән Киров районындағы Чесноковка ҡасабаһында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты өсөн ер участкаһы билдәләнгән дә инде – янғын часы ҡаршыһында урынлашҡан майҙан. Участканы инженер селтәрҙәре менән тәьмин итеү ҡаралған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ил халҡын сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны.
«100-ҙән алып 2000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа 2018-2020 йылдар дауамында фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары асылырға тейеш. Ә 100 кешенән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пунттар өсөн тейешле диагностика ҡорамалы менән йыһазландырылған күсмә медицина комплекстары, бөтә ерҙән дә үтә алған автомобилдәр ойошторорға кәрәк», — тине дәүләт башлығы.
Бынан алда «Башинформ» 2018 йылда республика Рәсәй Хөкүмәтенең резерв фондынан ауыл ерендә медицина ярҙамын үҫтереүгә 105 миллион һум аласағы хаҡында хәбәр иткәйне. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, алдағы йылдарҙа төбәктә бер нисә йөҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү күҙаллана. "Башинформ".
Читайте нас