Тәүге бүләк уйнатыу - 4 майҙа!
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!1 апрелдә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһының төп этабы башланды. Хаҡтар (почтала, редакцияла һәм http://sterlibashevskierodniki-b.rbsmi.ru/сайтында) шул уҡ ҡалды. Был марафон бөтә республика буйынса бара. Гәзиткә яҙылып Һеҙ ҡиммәтле бүләктәр ота алаһығыҙ.«Аҙна һайын бүләк» конкурсында ҡатнашыу өсөн «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзитенә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына (алты айға) яҙылып, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрегеҙ. Тәүге бүләк уйнатыу 4 майҙа, 10.00 сәғәттә була. Шулай уҡ һеҙ «Супер бүләк от!» һәм»Бәхетле авто» конкурстарында ҡатнаша алаһығыҙ. Унда ҡатнашыу шарттарын беҙ гәзитебеҙҙең элекке һандарында яҙғайныҡ, шулай уҡ ошо мәғлүмәтте һеҙ һәр саҡ гәзиттең http://sterlibashevskierodniki-b.rbsmi.ru/ сайтында белә алаһығыҙ.Гәзит редакцияһы.