Ойоштороу комитетына тантаналы саралар үткәреү планын әҙерләргә, ауыл биләмәләре хакимиәттәренә - урамдарҙы, предприятие һәм учреждениелар биналарын байрамса биҙәргә, һәйкәлдәргә һәм обелисктарға сәскәләр һалыу, тантаналы йыйылыштар, митингтар, мәҙәни-киң күләмле саралар үткәреү, фронтовиктарҙы һәм тыл эшсәндәрен, һуғышта һәләк булғандарҙың тол ҡатындарын һәм һәләк булғандарҙың иҫтәлеген хөрмәтләүҙе ойоштороу кәңәш ителде.
9 Майҙа Стәрлебаш ауылында урамдар буйлап тантаналы парад үтәсәк. Ҡатнашыусылар 9.00 сәғәттән 9.30 сәғәткә тиклем Еңеү паркы янында йыйыла. Парадтан һуң митинг, концерт һәм сауҙа хеҙмәтләндереүе була.