Новости
3 Май 2018, 06:51

Бөгөндән әҙер булырға

Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе район етәкселеге тарафынан даими контролдә.

Ошо көндәрҙә был тема балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ялын, сәләмәтлеген һәм мәшғүллеген тәьмин итеү буйынса күсмә Ведомство-ара комиссияһы ултырышында тикшерелде. Ул «Орленок» балалар сәләмәтләндереү үҙәге территорияһында үтте.

- Был мәсьәләлә һәр нимә лә - йәшәү, ял, туҡланыу шарттары, ялды ойоштороу бик әһәмиәтле. Иң мөһиме - балаларҙың тулыһынса хәүефһеҙлеген тәьмин итергә. Бының өсөн бөгөндән үк мәғариф бүлеге, сәләмәтләндереү лагеры етәкселегенә маҡсатлы эш алып барырға кәрәк, - тине сығышында район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров.

Иң мөһим яҡтарҙың береһе - балаларға йәйге лагерҙа һәйбәт ял тәьмин итеү. Бының өсөн ойошмалар, учреждениелар, предприятиелар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары кисекмәҫтән мәғариф бүлегенә ялға һәм сәләмәтләндереүгә тейешле балалар күләме тураһында заявка тапшырырға тейеш.

Ултырышта ҡатнашыусы хеҙмәтләндереү ойошмаһы етәкселәре улар эшмәкәрлеге өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе, мәсьәләләрҙе хәл итеү варианттарын тәҡдим итте.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас