Талпан ҡаҙалыуы нимә менән янай?
Талпан ҡаҙалғанда кеше талпан энцефалиты - үҙәк нервы системаһын зарарлаған инфекциялы сиргә дусар булыуы мөмкин. Был ауырыу йыл һайын бер нисә тиҫтә кешенең ғүмерен өҙә һәм инвалидлыҡҡа килтерә, нигеҙҙә, муйын, ҡул һәм аяҡ мускулдары зыян күрә. Сирҙе ҡуҙғытыусы - талпандар йөрөткән вирус. Йәшерен (инкубация) осоро - 7-12 көн, һирәк осраҡта 30 көнгә дауам итә (бының сәбәбе бер нисә: кеше организмының ауырыуҙарға бирешеүсәнлеге һәм ныҡлығы, талпандың вирус менән зарарланыу кимәле). Талпан энцефалиты миҙгелле характерҙа була: сир апрелдә, артабан сентябрь һәм октябрҙә килеп сыға.
Талпандарҙан нисек һаҡланырға?
Талпан тешләр өсөн асыҡ урын эҙләп, кейемдән аҫтан өҫкә табан үрмәләй. Шуға күрә, тәбиғәткә сыҡҡанда салбар балаҡтарын - итектәргә, ә күлдәкте салбарға ҡыҫтырырға кәрәк. Кейем оҙон еңле, яурындар һәм муйын ябыҡ булырға тейеш. Мотлаҡ баш кейеме кейегеҙ. Талпандарҙы ҡурҡытыу өсөн кейемде репелленттар менән эшкәртегеҙ. Урманда оҙаҡ йөрөһәгеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе, бер-берегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Сәс араларын, ҡолаҡ япраҡтарын, ҡултыҡ аҫтарын яҡшылап ҡарағыҙ. Йоҡларға ятыр алдынан тәнегеҙҙе тикшереү бик мөһим. Мөмкинлек булһа, бәләкәй балаларығыҙҙы үҙегеҙ менән тәбиғәткә алып сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Талпан ҡаҙалған осраҡта, уға үҫемлек йә иһә камфора майы, кәрәсин һөртөгөҙ, шулай иткәндә бөжәктең тын юлдары ҡаплана, һәм талпан был урындан китергә тырыша. Тәнегеҙгә талпан ҡаҙалыуын күргәс тә медпунктҡа йә иһә ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итегеҙ, унда талпанды тартып аласаҡтар. Стәрлебаштар талпанды Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Революция урамы, 2 адресы буйынса «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» учреждениеһы Стәрлетамаҡ район-ара филиалы лабораторияһында тикшертә ала. Тикшереү ыңғай һөҙөмтә биргәндә талпан энцефалитына ҡаршы иммуноглобулин ҡаҙала.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ваҡытында яһалған вакцинация һәм талпандарҙан һаҡланыу саралары - талпан энцефалитын профилактикалауҙың нигеҙе, уларҙы йыл әйләнәһенә эшләтергә мөмкин.
Алда - каникул, отпуск, мауыҡтырғыс поход һәм экскурсиялар. Улар тик шатлыҡ ҡына килтерһен өсөн барыһын да эшләргә кәрәк.
Вәлимә КИНЙӘБАЕВА, үҙәк район дауаханаһының гигиена тәрбиәһе инструкторы.