Новости
28 Апрель 2018, 07:12

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты 28 апрелдә өфөләргә селекция үҫентеләре тәҡдим итә

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты 28 апрелдә Өфөлә Кушнаренко селекция үҙәгендә үҫтерелгән үҫентеләр йәрминкәһен ойоштора.

Унда республика секционерҙары сығарған һәм районлаштырылған алма, груша, ҡарағат, крыжовник, айыу баланы, гөлйемеш, һырғанаҡ, миләш һәм виноградтың бик күп төрҙәрен һатып алырға мөмкин.


Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Р. Зорге урамы, 19, иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем.

"Башинформ".
Читайте нас