Шәмбе өмәләрендә әүҙем ҡатнашайыҡ!
Иртәгә, 28 апрелдә, районда сираттағы экологик шәмбе өмәһе була. Өмәлә барыһын да үҙ территорияларында һәм яҡын-тирәләге участкаларҙа тәртип булдырыуҙа, ауылды төҙөкләндереүҙә һәм йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Дөйөм йортобоҙҙа бергәләп эш иткәндә генә тәртип булдырырға мөмкин. Ойоштороу комитеты.